8 Борғо ҡысҡыртҡан ҡаһиндар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Килешеү һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар.
Муса уларға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Әгәр ысынлап та әйткәнегеҙҙе эшләһәгеҙ, ҡоралланып, Раббы алдында яуға барһағыҙ,
Йушағ халыҡҡа ошондай бойороҡ биреү менән, ете ҡаһин, мөгөҙ борғо ҡысҡырта-ҡысҡырта Раббы һандығы алдынан ҡуҙғалды, Раббының Килешеү һандығы улар артынан барҙы.
Йушағ халыҡты: – Мин әйтмәйенсә, һеҙ оран ҡысҡырмағыҙ, тауышығыҙҙы сығармағыҙ. Ауыҙығыҙҙан бер ауыҙ һүҙ сыҡмаһын. Бер көн килер, мин һеҙгә һөрәнләргә үҙем бойорормон – шунда инде ҡысҡырырһығыҙ, – тип алдан киҫәтеп ҡуйғайны.