Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.
Тағы ла мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар – иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ.
Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтә ергә ебәрелгән ете рухы.