Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 6:24 - Изге Яҙма

24 Йушағ тарафынан Йерихоны байҡап ҡайтырға ебәрелгән кешеләрҙе йәшереп ҡалдырған өсөн, Йушағ фәхишә ҡатын Рахавты һәм уның ғаиләһен һәм бөтә туғандарын иҫән ҡалдырҙы. Рахавтың нәҫел-нәсәбе әле лә исраилдар араһында йәшәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 6:24
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был хәбәр Дауытҡа килеп еткәс, ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрҙе, сөнки улар бик ныҡ мыҫҡыл ителгәйне. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡушты.


Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы яндырып бөтөрҙө.


Дауыт батша уларҙы бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш менән бергә Раббыға бағышлай.


йәшәгән урындарындағы барлыҡ ҡала-ауылдарын үртәнеләр,


Бар яумалды йыйып, майҙан уртаһына өйөп ҡуй. Ҡаланы бөтә яумал менән бергә Аллаң Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп яндыр. Ҡала мәңгегә емерелеп ятһын, ҡабаттан яңыртып төҙөлмәһен.


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Ә Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙәрҙәге ҡәүемдәрҙең ҡалаларында иһә бер йән эйәһен дә ҡалдырма.


Исраилдар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Һуңынан улар Хасорҙы яндырҙы.


Борғо тауышы яңғыраны һәм халыҡ ҡысҡыра башланы. Борғо тауышын ишетеү менән халыҡ һөрәнләргә тотондо һәм ҡала диуарҙары ҡоланы. Халыҡ туп-тура ҡалаға бәреп инде һәм уны баҫып алды.


Шул осорҙа Йушағ ант итеп былай тине: «Йерихо ҡалаһын яңынан төҙөр кеше Раббы алдында ләғнәтле булһын. Оло улының йәне хаҡына Ҡаланың нигеҙен һалыр. Кинйә улының йәне хаҡына Ҡапҡа бағаналарын ҡуйыр!»


Ә ҡаланы Йушағ үртәне – уны мәңгегә кеше аяғы баҫмаҫ емерек өйөмөнә әйләндерҙе. Ғай әле лә шул хәлендә ята.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ, сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ