8 Бөтә сөннәтләнгән ир-егеттәр һауыҡҡанға тиклем тупламда ҡалды.
Ә өсөнсө көнөнә, улар һыҙланышып ятҡанда, Яҡуптың улдары, Динәнең ағалары Шимғон менән Леви бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡалаға инде лә бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәрҙе.
Вафат булғандарға алмашҡа Раббы уларҙың улдарын үҫтерҙе – Йушағ сәфәрҙә сөннәткә ултыртылмаған ана шул быуынды сөннәтле итте.
Раббы Йушағҡа: – Бөгөн мин һеҙҙән Мысырҙағы ҡоллоҡ хурлығын алып ташланым, – тине. Шул замандан бирле был урын Гилгал тип атала.