Йушағ 4:7 - Изге Яҙма7 һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.