Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 4:6 - Изге Яҙма

6 Был таштар һеҙҙең өсөн бер иҫтәлекле билдә булыр. Киләсәктә балаларығыҙ: «Был таштар нимәне белдерә?» – тип һораһа,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 4:6
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.


Раббы Алла, Исраилдың Аллаһы мөбәрәк булһын! Бары тик Ул – ғәжәйеп эштәр ҡылыусы.


Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты.


– Һин исраилдарға әйт: «Минең шәмбеләремде һаҡлағыҙ. Шәмбе – Мин, Раббы, һеҙҙе изге булыр өсөн Үҙемә айырып алғанды онотмаһын өсөн, Минең менән һеҙҙең араға быуындан-быуынға ҡуйылған билдә ул.


Тереләр, бары тереләр генә, Бөгөн мин шөкөр иткән кеүек, һиңә рәхмәтле булыр. Аталар Һинең ярҙамың тураһында балаларына аңлатыр.


Сәнскеле ҡыуаҡ урынына – кипарис, Кесерткән урынына мирт үҫеп сығыр. Былар барыһы ла Раббы өсөн шөһрәт, Мәңгелек, юғалмаҫ билдә булыр.


Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп, уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем.


Шәмбеләремде изге тип белегеҙ. Улар Минең менән һеҙҙең арала килешеү билдәһе булып ҡалһын. Шунда Минең Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, икәнемде белерһегеҙ“.


Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән, изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар.


Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус.


Уларҙы балаларығыҙға өйрәтегеҙ, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телегеҙҙән төшөрмәгеҙ.


Беҙ был ҡорбан усағын һеҙҙең менән беҙҙең арабыҙҙа, беҙҙән һуң балаларыбыҙ араһында шаһит булһын тип ҡорҙоҡ. Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек Раббының Изге сатыры алдында Раббыға хеҙмәт итеп, тотош яндырыу, татыулыҡ һәм башҡа ҡорбандар тәҡдим итергә хаҡлы икәнебеҙҙе ошо ҡорбан усағы күрһәтер. Ул сағында инде һеҙҙең балалар беҙҙең балаларға: «Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтә алмаҫ.


Ул исраилдарға былай тине: – Киләсәктә балаларығыҙ: «Был таштар нимә аңлата?» – тип һораған саҡта,


уларға былай тине: – Барығыҙ, Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы алдына, Иордандың уртаһына барып, һәр берегеҙ яурынына берәр таш – Исраилдың нисә ырыуы бар, шул тиклем таш һалып алып сыҡһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ