Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 4:18 - Изге Яҙма

18 Раббының Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар Иордандан сығып, уларҙың табаны ҡоро ергә тейеү менән, Иордан һыуҙары үҙ урынына ҡайтты һәм әүәлгесә ярҙарынан сығып аға башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 4:18
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беренсе айҙа, ярҙарынан ташып киткән Иорданды кисеп сығып, үҙәндәрҙә йәшәгәндәрҙе көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡыуып ебәргәндәр нәҡ улар була ла инде.


Бөтә Йәһүҙә еренә йәйелеп, Уның боғаҙына етәсәк. Ғәскәрҙәр, ҡанаттарын йәйеп, Бөтөн илеңә туласаҡ, эй Ғиммануил!


Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр.


Ураҡ өҫтө ине. Иордан йылғаһы ярҙарынан сығып ташҡан. Ләкин һандыҡты күтәреп килгән ҡаһиндар, Иорданға килеп етеп, аяҡтарын һыуға тейҙереү менән,


Бөтәһе лә сығып бөткәс, Раббының һандығы менән ҡаһиндар сыҡты һәм яңынан халыҡ алдынан атланы.


– Яр башына менегеҙ, – тип бойорҙо Йушағ ҡаһиндарға.


Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ