7 Раббы Йушағҡа: – Бөгөндән башлап Мин бөтә Исраил халҡы алдында һинең абруйыңды күтәрәм. Улар, Мин Муса менән бергә булған кеүек, һинең менән дә бергә булыуымды аңлар.
Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.
Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә.
Кеше тигәнең шул тиклем нимә? Ниңә уны шулай ололайһың? Ни өсөн шул ҡәҙәр иғтибар бүләһең?
Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күҙен күккә төбәп: – Атам! Ваҡыт етте. Улың Һине шөһрәтле итһен өсөн, Улыңды шөһрәтле ит, – тине. –
Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм.
Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын.
Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам.
Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.
Йушағ ҡаһиндарға: – Килешеү һандығын алығыҙ ҙа халыҡтың алдынан алға атлағыҙ, – тип бойорҙо. Улар Килешеү һандығын күтәрҙеләр ҙә халыҡтың алдынан атланылар.
Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға Иордан һыуына аяҡ баҫыу менән туҡтарға ҡуш, – тине.
Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды.