Йушағ 3:10 - Изге Яҙма10 – Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. – အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.