33 Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар.
Эш улай тормай. Әфраим тауҙары яғынан Бихри улы Шевағ тигән бер әҙәм Дауыт батшаға ҡаршы баш күтәрҙе. Миңә ул ғына кәрәк. Уны тотоп бирһәгеҙ, мин ҡалағыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырам. – Уның башы ошо диуарҙан ырғытылыр, – тине ҡатын Йоавҡа.
Бына уларҙың исемдәре: Бен-Хур – Әфраим таулығында;
– Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме?
Буккий – Авишуағ, Авишуағ – Пинхас, Пинхас – Әлғазарҙың улы. Әлғазар – баш ҡаһин Һарундың улы.
Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.
Сөнки Минеке урмандағы бар йәнлек, Меңәрләгән тауҙарҙағы бөтә хайуан.
Һарун Ғамминадавтың ҡыҙы, Нахшондың һеңлеһе Әлишевағты ҡатынлыҡҡа алды. Әлишевағ уға Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар атлы улдар табып бирҙе.
Һарундың улы Әлғазар Путиилдың бер ҡыҙына өйләнде. Уларҙың Пинхас исемле улдары тыуҙы. Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары бына ошолар.
Ҡайҙа хәҙер һеҙҙең ата-бабаларығыҙ? Ә ул пәйғәмбәрҙәр мәңгелекме?
Һарун ҡаһиндың улы Әлғазар левиҙәрҙең башлыҡтары өҫтөнән етәксе булыр. Изге урын өсөн яуаплы кешеләр уның күҙәтеүе аҫтында торор.
Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.
Ә Ғайса мәңге тере, Уның Ҡаһинлығы ла үҙгәрешһеҙ.
Ҡәнғәндә исраилдарға бирелгән ер биләмәләре бына ошолар. Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары был ер бүлемдәрен,
Башта исраилдар Ғилғәд еренә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә – Әлғазар улы Пинхас ҡаһинды ебәрҙе.
йәшәгән төйәген алмаштырыу ниәте менән, был ҡаланан сығып китте һәм юл ыңғайында Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона һуғылды.
Бынан улар Әфраим таулығына йүнәлделәр, Михаяһ йортона килеп еттеләр.
Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.
Шаул хеҙмәтсеһе менән Әфраим таулығын артылды, Шалиша ерен үтте, тапманы, Шағалим ерен уҙҙы – ишәктәр унда ла юҡ ине. Унан Бинйәмин еренә еттеләр – унда ла булманы.