3 Әммә Мин һеҙҙең тәүатағыҙ Ибраһимды йылғаның аръяғынан алып сыҡтым. Уны оҙаҡ йөрөттөм – ул тотош Ҡәнғән илен урап сыҡты. Мин уның тоҡомон күбәйттем. Мин уға улы Исхаҡты бүләк иттем.
Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.
Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.
Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.