26 һәм уларҙы Алланың ҡанун китабына яҙҙы. Шунан Йушағ ҙур бер таш алып, уны Раббының изге урыны эргәһендәге имән аҫтына һалып ҡуйҙы
Яҡуп бер ҙур ташты алды ла уны бағана итеп баҫтырып ҡуйҙы.
Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы.
Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булғас, уны Бейт-Илдән түбәндәрәк бер имән ағасы төбөнә ерләнеләр. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут тигән исем бирелде.
Муса Раббы ҡанундарын яҙып ҡуйҙы. Иртәгәһенә иртәнсәк тау итәгендә ҡорбан усағы яһаны һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике таш бағана ултыртты.
Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте.
Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.