22 – Раббыға хеҙмәт итергә һеҙ үҙегеҙ ҡарар иттегеҙ һәм быға үҙегеҙ шаһит, – тине Йушағ. – Беҙ шаһитбыҙ, – тип раҫланы халыҡ.
Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың, Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең.
ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.
Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит!
Бөгөн Раббының Аллағыҙ булғанын, Уның юлынан йөрөйәсәгегеҙҙе, ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡанундарын үтәйәсәгегеҙҙе, Уның һүҙен тыңлаясағығыҙҙы белдерҙең.
– Юҡ, беҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ! – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа.