Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 24:21 - Изге Яҙма

21 – Юҡ, беҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ! – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 24:21
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтөн халыҡ бер булып, былай тип яуапланы: – Беҙ Раббы әйткәндең барыһын да үтәрбеҙ. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткерҙе.


– Беҙгә һин һөйлә, – тине улар Мусаға, – ә беҙ һине тыңлап торорбоҙ. Тик Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юҡһа беҙ үлербеҙ.


Муса, халыҡ эргәһенә килеп, Раббының бөтә һүҙҙәре һәм ҡанундары тураһында һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып: – Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да үтәрбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.


Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла: – Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы.


Ҡайһылары: ‘Мин – Раббыныҡы’, – тип әйтер; Икенселәр Яҡуп исеме менән аталыр; Берәүҙәре ҡулдарына: ‘Раббыныҡы’, – тип яҙыр ҙа Исраил исемен алыр“».


Бөгөн Раббының Аллағыҙ булғанын, Уның юлынан йөрөйәсәгегеҙҙе, ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡанундарын үтәйәсәгегеҙҙе, Уның һүҙен тыңлаясағығыҙҙы белдерҙең.


Әгәр ҙә һеҙ Раббыны ҡалдырып сит илаһтарға сәждә ҡыла башлайһығыҙ икән, Ул һеҙгә золомон ебәрер, һеҙҙән ситкә боролор – Үҙенең бөтә яҡшылыҡтарынан һуң Ул һеҙҙе юҡ итер.


– Раббыға хеҙмәт итергә һеҙ үҙегеҙ ҡарар иттегеҙ һәм быға үҙегеҙ шаһит, – тине Йушағ. – Беҙ шаһитбыҙ, – тип раҫланы халыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ