Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 24:20 - Изге Яҙма

20 Әгәр ҙә һеҙ Раббыны ҡалдырып сит илаһтарға сәждә ҡыла башлайһығыҙ икән, Ул һеҙгә золомон ебәрер, һеҙҙән ситкә боролор – Үҙенең бөтә яҡшылыҡтарынан һуң Ул һеҙҙе юҡ итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 24:20
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә хәҙер Раббы хозурында йыйылған барлыҡ исраилдар алдында, Аллабыҙ ҡолағына ла ишетелһен тип шуны әйтәм: был һәйбәт ерҙе биләр һәм уны үҙегеҙҙән һуң балаларығыҙға мәңгелеккә мираҫ итеп ҡалдырыр өсөн, Аллағыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын теүәл үтәгеҙ.


Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.


Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.


Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты.


Эй Исраилдың өмөтө Раббы! Һине инҡар иткәндәрҙең һәммәһе оятҡа ҡалыр. Һинән йөҙ борғандар туҙандағы яҙыу кеүек юйылыр, Сөнки улар Раббыны – тере һыу шишмәһен ташланылар.


Тоғро кеше, хаҡлыҡтан тайпылып, яманлыҡ эшләһә, яуыз кеше ҡылған бөтә ерәнгес эштәрҙе ҡылһа, йәшәйәсәкме? Эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ. Ул хыянат ҡылған өсөн, эшләгән гонаһтары өсөн үлер.


Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм күктәге йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә: «Эй, Исраил нәҫеле! Ҡырҡ йыл дауамында сүлдә һеҙ Миңә тип ҡорбан йәки саҙаҡа килтерҙегеҙме ни?


Һеҙ был ерҙә оҙаҡ йәшәрһегеҙ, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ тыуыр: әгәр һеҙ аҙып китеп, берәй нәмәгә оҡшатып һындар яһаһағыҙ һәм, Аллағыҙ Раббы күҙендә яман булғанды ҡылып, Уны асыуландырһағыҙ,


бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.


Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».


– Юҡ, беҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ! – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа.


Әммә Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бойороҡтарына ҡаршы килһәгеҙ, Раббы, ата-бабаларығыҙҙы язалаған кеүек, һеҙҙе лә язалар.


Әгәр ҙә золом ҡылыуҙан туҡтамаһағыҙ, үҙегеҙ ҙә, батшағыҙ ҙа юҡ булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ