Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 24:14 - Изге Яҙма

14 – Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 24:14
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.


– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.


Ҡолдарың пәйғәмбәрҙәр аша беҙгә: «Һеҙ хужа булыр өсөн барған ер унда йәшәгән халыҡтарҙың ерәнгес ғәмәлдәре менән нәжесләнгән, был әшәкелек сиктән ашҡан, – тинең. –


Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине.


Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».


Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Хәсрәтле сағымда Раббыға ялбарҙым, Ул миңә яуап ҡайтарҙы.


Сүлдә уларҙың балаларына әйттем: „Аталарығыҙҙың йолалары буйынса йәшәмәгеҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен тотмағыҙ, боттары менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Эй кеше, нимә яҡшы икәнен Раббы һиңә белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә – Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙан ләззәт ал, Алла хозурында күндәм йәшә.


Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


– Шулай итеп, эй Исраил халҡы, Аллаң Раббы һинән нимә теләй? Бары шуны ғына: Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уның юлынан йөрө, Уны ярат, бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән Уға хеҙмәт ит,


Аллаң Раббы ҡаршыһында камил бул.


Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.


Һеҙ иң яҡшыны һайлап ала белһен, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булһын,


Йушағ бөтә халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Борон-борондан – Ибраһим һәм Нахорҙың атаһы Терахҡа тиклем – һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында йәшәне һәм сит илаһтарға табынды.


– Шулай булғас, үҙегеҙҙәге бөтә сит илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм барлыҡ уй-теләктәрегеҙҙе Исраил Аллаһы Раббыға йүнәлтегеҙ, – тине Йушағ.


Әгәр Раббынан ҡурҡһағыҙ, Уға хеҙмәт итһәгеҙ, Уның әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, бойороҡтарына ҡаршы килмәһәгеҙ, һеҙ ҙә, һеҙгә етәкселек иткән батшағыҙ ҙа Аллағыҙ Раббы артынан йөрөһә, барыһы ла яҡшы булыр.


Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ!


Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ