Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 24:1 - Изге Яҙма

1 Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 24:1
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.


Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы.


Рехавғам Шәхәмгә юлланды, сөнки бөтә исраилдар, уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн, шунда йыйылғайны.


Батша, хәбәр ебәреп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең бөтә аҡһаҡалдарын янына йыйҙы.


Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы иттең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ.


Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ.


Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.


Ул исраилдарҙы – аҡһаҡалдарын, ырыу башлыҡтарын, хөкөмдарҙарын, етәкселәрҙе саҡырып алды ла уларға былай тине: – Минең йәшем етте, инде ҡартайҙым.


Шул саҡ бөтә Исраил ғәскәре, барлыҡ исраилдар Бейт-Илгә барып, Раббы хозурында ултырып иланы. Ул көндө кискә тиклем ураҙа тоттолар, Раббыға бағышлап тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙеләр.


Әммә һеҙ бөгөн, үҙегеҙҙе бөтә бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғыларҙан ҡурсалаған Аллағыҙҙы инҡар итеп, Уға: «Беҙҙең өҫтән батша ҡуй», – тинегеҙ. Инде хәҙер Раббы ҡаршыһына ырыу-ырыу, нәҫел-нәҫел булып баҫығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ