Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 23:11 - Изге Яҙма

11 Ләкин ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 23:11
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.


Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.


Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.


Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.


Бөгөн мин һеҙгә әйткәндәрҙе – Аллағыҙ Раббы ҡушҡандарҙы үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, Уның юлынан йөрөп, барлыҡ бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы фатихаһы менән үҙегеҙ биләргә барған ерҙә йәшәрһегеҙ һәм күп һанлы булырһығыҙ.


Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.


Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ,


Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Әммә һеҙ ҡанунды – Раббы ҡоло Муса ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә тейешһегеҙ. Һеҙ Аллағыҙ Раббыны яратырға, Уның юлынан йөрөргә, бойороҡтарын үтәргә, Уға тоғро булырға һәм бөтә күңелегеҙ, бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итергә тейешһегеҙ, – тине.


Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ меңде ҡасырға мәжбүр итә, сөнки Аллағыҙ Раббы, һеҙгә вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙең өсөн Үҙе һуғыша.


Әгәр ҙә һеҙ, тайпылып, был илдә һаман да тороп ҡала килгән халыҡтарға ҡушылһағыҙ, улар менән туғанлашһағыҙ һәм улар менән ҡатнашһағыҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ