1 Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы.
Ул, оҙон ғүмер һөрөп, фани донъя рәхәтен күреп, ата-бабаларына ҡушылды.
Дауыт батша бик ныҡ ҡартайғайны инде. Өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап юрған япһалар ҙа, ул йылына алманы.
Дауыт былай тип әйткән була: «Исраил Аллаһы Раббы, Үҙенең халҡына именлек биреп, мәңгегә Йәрүсәлимдә төйәкләнде.
Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә.
Авияһ үлеп, ата-бабалары хозурына күсә. Ул Дауыт ҡалаһында ерләнә. Урынына улы Аса батша була. Аса батшалыҡ иткән ун йылда илдә тыныслыҡ була.
Йәһүҙә ҡалаларының бөтәһендә лә табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм хуш еҫ төтәтеү ҡорбан усаҡтарын юҡҡа сығарта. Аса заманында батшалыҡ именлектә көн итә.
Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә.
Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә, Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә.
Үҙәнгә төшөп ял иткән көтөү кеүек, Раббы Рухы уларға тыныслыҡ бирҙе. Эйе, Үҙ исемеңде данлар өсөн Халҡыңа Һин шулай юл күрһәттең.
– Миңә инде йөҙ егерме йәш. Бынан ары һеҙгә етәкселек итә алмайым. Раббы ла миңә: «Һин Иордан йылғаһын аша сыҡмаясаҡһың», – тине.
Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.
Йушағ ныҡ олоғайҙы. Раббы уға: – Һин бик ҡартайҙың, ә баҫып алаһы ерҙәр күп әле, – тине. –
Раббы уларға, ата-бабаларына ант иткәнсә, һәр йәһәттән тыныс тормош бирҙе. Исраилдарға бер кем дә ҡаршы тора алманы – Раббы бөтә дошмандарын уларҙың ҡулына тапшырҙы.
Инде хәҙер, Аллағыҙ Раббы, вәғәҙәһен үтәп, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙгә тыныс тормош биргәс, Раббы ҡоло Муса һеҙгә Иордан аръяғында биргән биләмә ерҙәрегеҙгә – үҙ сатырҙарығыҙға ҡайта алаһығыҙ.
Инде һеҙҙең алдан батшағыҙ йөрөр. Ә мин инде олоғайҙым, сәстәрем салланды. Бына, улдарым һеҙҙең менән бергә. Йәш сағымдан алып ошо көнгә тиклем һеҙҙең юлбашсығыҙ булдым.