9 Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы, башҡа исраилдарҙан айырылып, Ҡәнғәндәге Шилонан үҙенең биләмә ере Ғилғәдкә ҡайтып китте. Улар был илде Муса аша Раббы биргән бойороҡҡа ярашлы биләгәйне.
Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.
Көнсығышта улар Евфрат йылғаһынан башланған сүллек алдына тиклемге ерҙәрҙә төйәкләнә. Ғилғәд ерендә уларҙың ҙур-ҙур көтөүҙәре йөрөй.
Батшаның ғүмеренә Һин көндәр өҫтә, Тормошо быуындан-быуынға дауам итһен!
Рәүвән менән Ғад тоҡомдарының мал-тыуары ғәйәт күп ине. Яғзер менән Ғилғәд ерҙәренең көтөү йөрөтөүгә яраҡлы икәнен күргәс,
Муса уларға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Әгәр ысынлап та әйткәнегеҙҙе эшләһәгеҙ, ҡоралланып, Раббы алдында яуға барһағыҙ,
ил Раббыға буйһонғансы алышһа, ул сағында боролоп ҡайтырһығыҙ. Шунда һеҙҙең Раббы алдында ла, Исраил йәмғиәте алдында ла бурысығыҙ үтәлгән булыр һәм был ерҙәр Раббы күҙендә һеҙҙең биләмәләрегеҙ булып иҫәпләнер.
Балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, көтөүҙәребеҙ һәм бөтә мал-тыуарыбыҙ Ғилғәд ҡалаларында ҡалыр.
Уларға Муса былай тине: – Ғад менән Рәүвән улдары, һәр береһе ҡоралланып, һеҙҙең менән Иордан аръяғына Раббы хозурында һуғышҡа сыҡһа һәм ул ерҙәр буйһондоролһа, Ғилғәд ерҙәрен уларға биләмәгә бирегеҙ.
Шул саҡта мин, әмер итеп, ул ырыуҙарға былай тинем: «Аллағыҙ Раббы был ерҙәрҙе һеҙгә биләмәгә бирҙе. Һуғышҡа яраҡлы ирҙәрегеҙ ҡорал алып, үҙ туғандарығыҙ, исраилдар алдынан йылға аша сығығыҙ.
Ҡасан Раббы, һеҙгә биргән кеүек, туғандарығыҙға ла тыныслыҡ бирә, ҡасан улар Иордан аръяғындағы Аллағыҙ Раббы үҙҙәренә вәғәҙә иткән ерҙәрҙе биләй, тик шул саҡта ғына һәр берегеҙ мин һеҙгә биргән биләмәләрегеҙгә кире ҡайтырһығыҙ».
Муса Моав тигеҙлегенән Нево тауына, Йерихо ҡаршыһындағы Писга түбәһенә күтәрелде. Раббы уға бөтә ерҙәрҙе күрһәтте: Данға тиклем һуҙылған Ғилғәдте,
Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды;
Был Яғзер, Ғилғәдтең бөтә ҡалалары, Рабба эргәһендәге Ғароғерға тиклем һуҙылған ғаммондар иленең яртыһы –
Ғилғәдтең яртыһын, шулай уҡ Ғоғ идара иткән Башан ҡалалары Ғаштароҫ һәм Әдрәғиҙе үҙ эсенә ала. Былар бөтәһе лә Менашше улы Махир улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бирелде.
Ҡәнғәндәге Гелилоҫҡа ҡайтып еткәс, Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы ошонда, Иордан йылғаһы буйында, ғәләмәт ҙур ҡорбан усағы эшләне.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.
Ғилғәд халҡы Иордан йылғаһы аръяғында йәшәп ҡалды, Дан үҙ караптары эргәһендә тотҡарланды, Ашер диңгеҙ ярында, ҡултыҡтар буйында урынлашты.