8 былай тине: – Һеҙ сатырҙарығыҙға ҙур байлыҡ менән ҡайтаһығыҙ: хәҙер һеҙҙең малығыҙ, алтын-көмөшөгөҙ, баҡыр-тимерегеҙ һәм кейемдәрегеҙ күп. Табышығыҙҙы туғандарығыҙ менән бүлешегеҙ.
Көнсығышта улар Евфрат йылғаһынан башланған сүллек алдына тиклемге ерҙәрҙә төйәкләнә. Ғилғәд ерендә уларҙың ҙур-ҙур көтөүҙәре йөрөй.
Раббы уның батшалығын нығыта. Бөтә йәһүҙиҙәр Йеһошафатҡа бүләктәр килтерә һәм ул бик бай һәм данлыҡлы була.
Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар;
Ҡыл туҡымаға урандым – Тағы әҙәм көлкөһөнә ҡалдым.
Уның уң ҡулында – оҙон ғүмер, һул ҡулында байлыҡ менән шөһрәт булыр.
Яумалды яуҙа ҡатнашҡандар менән бөтә йәмғиәткә таратыр өсөн, тигеҙ итеп икегә бүл.
Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.
Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.
Ул Дауытты баҫҡынсылар янына алып китте. Бына тегеләр, тирә-яҡҡа таралышып, ашап-эсә, Пелешеҫ менән Йәһүҙә ерҙәрендә талап алған яумалдарына ҡыуанып байрам итә.
Был эштә һеҙҙе кем тыңлар? Һуғышта булғандар менән ылау янында ҡалғандарҙың өлөшө бер. Бөтә нәмә лә тигеҙ бүленәсәк.