Йушағ 22:34 - Изге Яҙма34 Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары был ҡорбан усағына исем биреп: «Раббы – беҙҙең Аллабыҙ. Был ҡорбан усағы һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә шуны раҫлаусы шаһит булһын», – тинеләр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Беҙ был ҡорбан усағын һеҙҙең менән беҙҙең арабыҙҙа, беҙҙән һуң балаларыбыҙ араһында шаһит булһын тип ҡорҙоҡ. Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек Раббының Изге сатыры алдында Раббыға хеҙмәт итеп, тотош яндырыу, татыулыҡ һәм башҡа ҡорбандар тәҡдим итергә хаҡлы икәнебеҙҙе ошо ҡорбан усағы күрһәтер. Ул сағында инде һеҙҙең балалар беҙҙең балаларға: «Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтә алмаҫ.