32 Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары Ғилғәдтән киткәс, Әлғазар улы Пинхас ҡаһин һәм башлыҡтар Ҡәнғәнгә, исраилдар янына әйләнеп ҡайтты һәм уларға эштең ниҙә икәнен һөйләп бирҙе.
Ураҡ эҫеһендә ҡар һалҡыны нисек булһа, тоғро илсе лә үҙен ебәргән хужаһына хәл индерер.
Әлғазар улы Пинхас ҡаһин Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙарына: – Хәҙер беҙ Раббының һаман да арабыҙҙа икәнен күрәбеҙ. Раббыға хыянат итмәгәс, һеҙ Исраилды Раббы асыуынан араланығыҙ, – тине.
Исраилдар быға шатланды. Улар Аллаға шөкөр итте һәм Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына ҡаршы һуғышыу, уларҙың илдәрен тар-мар итеү фекеренән кире ҡайтты.