Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 22:31 - Изге Яҙма

31 Әлғазар улы Пинхас ҡаһин Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙарына: – Хәҙер беҙ Раббының һаман да арабыҙҙа икәнен күрәбеҙ. Раббыға хыянат итмәгәс, һеҙ Исраилды Раббы асыуынан араланығыҙ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 22:31
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Буккий – Авишуағ, Авишуағ – Пинхас, Пинхас – Әлғазарҙың улы. Әлғазар – баш ҡаһин Һарундың улы.


Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!


Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».


«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙтүбән ҡапланыр ҙа Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.


Пинхас ҡаһин һәм уны оҙата барған йәмғиәт башлыҡтары – Исраил нәҫелдәре башлыҡтары, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙары ауыҙынан бындай яуапты ишеткәс, уларҙы хупланы.


Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары Ғилғәдтән киткәс, Әлғазар улы Пинхас ҡаһин һәм башлыҡтар Ҡәнғәнгә, исраилдар янына әйләнеп ҡайтты һәм уларға эштең ниҙә икәнен һөйләп бирҙе.


– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ