Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 22:27 - Изге Яҙма

27 Беҙ был ҡорбан усағын һеҙҙең менән беҙҙең арабыҙҙа, беҙҙән һуң балаларыбыҙ араһында шаһит булһын тип ҡорҙоҡ. Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек Раббының Изге сатыры алдында Раббыға хеҙмәт итеп, тотош яндырыу, татыулыҡ һәм башҡа ҡорбандар тәҡдим итергә хаҡлы икәнебеҙҙе ошо ҡорбан усағы күрһәтер. Ул сағында инде һеҙҙең балалар беҙҙең балаларға: «Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтә алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 22:27
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Лаван: – Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине. Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар.


беҙҙең шаһиттарыбыҙ. Был өйөм янынан һинең яғыңа яман уй менән мин дә сығыр булмам, өйөм менән таш бағанының биръяғына һин дә яман уй менән сығаһы булма.


Аҙымдарым Һинең юлдан атлай, Тайпылыуҙы белмәй аяҡтарым.


Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Ҡәнғәндәге Гелилоҫҡа ҡайтып еткәс, Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы ошонда, Иордан йылғаһы буйында, ғәләмәт ҙур ҡорбан усағы эшләне.


Бына шуның өсөн дә беҙ ошо ҡорбан усағын төҙөргә булдыҡ – ләкин тотош яндырыу ҡорбаны килтереү һәм башҡа ҡорбандар өсөн түгел.


Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ.


Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары был ҡорбан усағына исем биреп: «Раббы – беҙҙең Аллабыҙ. Был ҡорбан усағы һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә шуны раҫлаусы шаһит булһын», – тинеләр.


һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ.


Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ