Йушағ 22:23 - Изге Яҙма23 Әгәр ҙә беҙ, Раббынан баш тартып, тотош яндырыу ҡорбаны ҡылыр, саҙаҡалар һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерер өсөн ҡорбан усағы төҙөгән булһаҡ, Раббы беҙгә язаһын бирһен. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Юҡ, беҙ уны башҡа сәбәптән төҙөнөк. Беҙ киләсәктә һеҙҙең балаларығыҙ беҙҙең балаларға: «Эй Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, һеҙҙең Исраил Аллаһы Раббыла ни эшегеҙ бар? Раббы Иорданды һеҙҙең менән беҙҙең арала сик итте. Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтер, тип ҡурҡабыҙ. Һеҙҙең балаларығыҙ шулай итеп беҙҙең балаларыбыҙҙы Раббынан ҡурҡыуҙан туҡтатып ҡуйыуы бар.