Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 22:10 - Изге Яҙма

10 Ҡәнғәндәге Гелилоҫҡа ҡайтып еткәс, Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы ошонда, Иордан йылғаһы буйында, ғәләмәт ҙур ҡорбан усағы эшләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 22:10
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.


Иртәгәһен Яҡуп торҙо ла баш аҫтына һалып ятҡан ташты һәйкәл һымаҡ баҫтырып ҡуйҙы һәм өҫтөнә зәйтүн майы ҡойҙо.


Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр.


Ҡалған Исраил халҡына: «Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Ҡәнғән ерендәге Гелилоҫта, Иордандың исраилдарға ҡараған ярында, ҡорбан усағы төҙөгән» тигән хәбәр барып етте.


Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы, башҡа исраилдарҙан айырылып, Ҡәнғәндәге Шилонан үҙенең биләмә ере Ғилғәдкә ҡайтып китте. Улар был илде Муса аша Раббы биргән бойороҡҡа ярашлы биләгәйне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ