6 Гершон улдарынан булған левиҙәргә Исасхар, Ашер, Нафтали ырыуҙарынан һәм Менашше ырыуының Башанда йәшәгән яртыһынан йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде.
Әммә ҡаланың баҫыуҙары менән ауылдары Йефунне улы Калевҡа тейә.
Гершон улдарына нәҫелдәренә күрә Исасхар, Ашер һәм Нафтали ырыуҙарынан һәм Башанда йәшәгән Менашше ырыуынан ун өс ҡала бирелә.
Башҡа Ҡыһаҫ улдарына иһә Әфраим ырыуының нәҫелдәренән, Дан ырыуынан һәм Менашше ырыуының яртыһынан йәрәбә буйынса ун ҡала бирелде.
Нәҫелдәренә күрә Мерари улдарынан булған левиҙәргә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан ун ике ҡала бирелде.