42 Был ҡалаларҙың һәр береһенең тирә-яғында көтөүлектәре лә бар ине, бөтә был ҡалаларҙың тирәһендә лә шулай ине.
Шулай итеп, левиҙәр исраилдарҙың биләмәләренән көтөүлектәре менән бергә ҡырҡ һигеҙ ҡала алды.
Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.