4 Беренсе йәрәбә Ҡыһаҫ нәҫелдәренә төштө. Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булған левиҙәргә Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмә ерҙәренән йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде.
Һемандың уң яғында туғаны Асаф тора. Асаф – Бәрәхъяһтың улы, Бәрәхъяһ – Шимғаның,
Бына нәҫел шәжәрәләренә күрә, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Леви улдарының исемдәре: Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. Леви йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне.
Ғамрам атаһының һеңлеһе Йохәвәдкә өйләнде. Йохәвәд Ғамрамға ике ул: Һарун менән Мусаны табып бирҙе. Ғамрам йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне.
Ҡыһаҫтан Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил нәҫелдәре таралды. Былар – Ҡыһаҫ нәҫеле.
Исраилдар, Раббы ҡушыуы буйынса, левиҙәргә үҙ биләмәләренән ҡалалар һәм көтөүлектәр бүлеп бирҙе.
Башҡа Ҡыһаҫ улдарына иһә Әфраим ырыуының нәҫелдәренән, Дан ырыуынан һәм Менашше ырыуының яртыһынан йәрәбә буйынса ун ҡала бирелде.
Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар.