21 Улар Әфраим таулығында тирә-яғындағы көтөүлектәре менән кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы булған Шәхәмде, шулай уҡ уратып алған көтөүлектәр менән Гәзәр,
Ул сатырын ҡорған ер биләмәһен Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан йөҙ ҡыситаға һатып алды.
Дауыт Раббы нисек бойорһа, шулай эшләне һәм пелештиҙәрҙе Гевағтан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып барҙы.
Рехавғам Шәхәмгә юлланды, сөнки бөтә исраилдар, уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн, шунда йыйылғайны.
Уларға һыйыныу ҡалаларынан Әфраим таулығындағы Шәхәм, йәнә Гәзәр,
Гәзәр батшаһы Һорам Лахишҡа ярҙамға килде, ләкин Йушағ, уның үҙен һәм ғәскәрен ҡылыстан үткәреп, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.
Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.
Ҡивсаим һәм Бейт-Хорон ҡалаларын, барлығы дүрт ҡала алды.
Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.
Йеруббәғел улы Авимәләх, Шәхәмгә үҙ әсәһенең туғандарына барып, уларға һәм уларҙың бөтә нәҫеленә былай тине: