13 Ҡаһин Һарун нәҫелдәре кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы тип иғлан ителгән Хевронды, уның тирә-яғындағы көтөүлектәрҙе, шулай уҡ Ливнаны,
Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрҙе.
Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде.
Левиҙәргә һеҙ бирәһе ҡалаларҙан алтауһы һыйыныу өсөн булыр – кеше үлтереүселәргә һеҙ шунда ҡасырға рөхсәт итерһегеҙ. Левиҙәргә был алтауҙан тыш тағы ла ҡырҡ ике ҡала бирегеҙ.
Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Маҡҡыданан Ливнаға табан ҡуҙғалды һәм уға һөжүм итте.
Ливна, Ғәҫәр, Ғашан,
Хумта, Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон, һәм Сиғор – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.
Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.
Әммә ҡаланы уратып алған яландар һәм ауылдар Йефунне улы Калевҡа биләмәгә бирелгәйне.