5 Уны ҡон ҡайтарам тип килгән кешегә тотоп бирмәһендәр – ул яуыз ниәт менән үлтермәгән бит, теге үлгән кеше менән уның араһында дошманлыҡ булмаған.
– Исраил халҡына әйт: кем дә кем Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләп, белмәйенсә гонаһ ҡылһа, түбәндәгеләрҙе башҡарырға тейеш.
Әҙәм үлтергән кеше йәмғиәт алдында хөкөмгә баҫтырылғанға тиклем харап ителеп ҡуймаһын өсөн ҡан өсөн ҡан тип үс алыусынан ҡасып торорға ошо ҡалаларығыҙ булыр.
Йәмғиәт үлтереүсене ҡан өсөн үс алыусы ҡулынан араларға һәм уны ул ҡасҡан һыйыныу ҡалаһына ҡайтарырға тейеш, үлтереүсе бында изге май менән мәсехләнгән баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә тейеш.