Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды.