24 – Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.
Эдом башлыҡтары өрктө-боҫто, Моавтың юлбашсылары ҡалтырашты, Ҡәнғәниҙәрҙең ҡото ботҡа төштө.
Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.
Ураҡ эҫеһендә ҡар һалҡыны нисек булһа, тоғро илсе лә үҙен ебәргән хужаһына хәл индерер.
Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр.
Шунан ҡайтыр юлға сыҡтылар. Тауҙарҙан төшөп, йылғаны кистеләр ҙә Йушағ Нун улына барып, үҙҙәре менән булғанды түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙеләр.
Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.
Көнөнә бер тапҡыр бөтә яугирҙәрең менән ҡаланы урап сығығыҙ. Алты көн рәттән шулай эшләгеҙ.
Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма ла, өркмә лә. Бөтә ғәскәрең менән Ғай ҡалаһына һөжүм ит. Мин Ғай батшаһын, уның халҡын, ҡалаһын һәм бөтә илен һинең ҡулыңа тапшырам.
– Йәһүҙә күтәрелер. Мин был ерҙе уның ырыуының ҡулына бирәм, – тине Раббы.
Унда барғас, күрерһегеҙ, халыҡ бик вайымһыҙ, ерҙәре киң. Алла уны һеҙҙең ҡулға тапшыра. Ул ерҙә бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ, – тинеләр.
Шул төндө Раббы Гидғонға: – Бар, мидйәндәр тупламына һөжүм ит. Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. –