21 – Һеҙ әйткәнсә булһын, – тине Рахав уларҙы оҙатып. Улар китеү менән тәҙрәгә ал ҡыҙыл төҫтәге бау бәйләп ҡуйҙы.
Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр.
Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.
– Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.
Әгәр ҙә һин беҙҙең турала берәйһенә һөйләй ҡалһаң, беҙ башҡаса был ант менән бәйле түгелбеҙ.
Ирҙәр тауҙар яғына йүнәлде һәм, уларҙы эҙәрләп киткән кешеләр эҙләп-эҙләп тә бер кемде лә тапмай ҡайтып киткәнсе, өс көн буйы шунда йәшенеп ятты.