Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 2:19 - Изге Яҙма

19 Ә инде арағыҙҙан берәйһе һинең өйөңдән урамға сыҡһа, үҙ үлемендә ул үҙе ғәйепле – беҙ түгел. Ләкин һинең менән булғандарҙың берәйһенә тейһәләр, – уның ҡаны өсөн беҙ ғәйепле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 2:19
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы?


Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.


Өйөгөҙҙөң ишегенә һөртөлгән ҡан Минең өсөн билдә булыр: шул ҡанды күреп, һеҙҙе ситләтеп үтермен. Мысырҙарҙы язалаған сағымда һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян теймәҫ.


Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын.


Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.


Кем атаһының ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылһа, ул үҙенең атаһын хурлай: ул ир ҙә, ҡатын да үлтерелһен. Улар үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле.


Атаһы менән әсәһен хурлаған кеше үлтерелергә тейеш, сөнки ул атаһы менән әсәһен хурлаған, тимәк, үлемендә үҙе ғәйепле.


Өй ҡыйығында булғандар, әйберҙәрен алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен;


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Шуға күрә бөгөн һеҙгә иғлан итәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ.


Паулус йөҙ башына һәм ғәскәриҙәргә: – Был кешеләр карапта ҡалмаһа, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тине.


Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?


Шуға күрә һеҙгә ҡылған яҡшылығыма яуап итеп, һеҙ ҙә минең нәҫел-нәсәбемә яҡшы булырға Раббы менән ант итһәгеҙ ине. Миңә атам-әсәмдең, ағай-энеләрем, апай-һеңлеләрем һәм уларҙың бөтә ғаиләләренең ғүмерен һаҡлап алып ҡаласағығыҙға – беҙҙең бөтәбеҙҙе лә үлемдән араларға бер ышаныслы билдә бирегеҙ.


Ирҙәр иһә: – Беҙҙең йәнебеҙ һеҙҙең йәнегеҙ өсөн! – тине. – Әгәр беҙҙең турала бер кемгә лә һөйләмәһәгеҙ, Раббы был ерҙе беҙгә биргәс, беҙ һеҙгә яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ менән түләрбеҙ, – тип яуапланы.


Әгәр ҙә һин беҙҙең турала берәйһенә һөйләй ҡалһаң, беҙ башҡаса был ант менән бәйле түгелбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ