15 Шунан һуң Рахав уларға үҙ тәҙрәһенән бау буйлап төшөргә ярҙам итте, сөнки уның өйө ҡала диуарында урынлашҡайны.
Төндә шәкерттәр уны, кәрзингә ултыртып, ҡала диуары буйлап ергә төшөрҙө.
ә мине кәрзингә һалып, ҡала диуарындағы тишек аша төшөрҙөләр, шулай уның ҡулына эләкмәнем.
Ирҙәр иһә: – Беҙҙең йәнебеҙ һеҙҙең йәнегеҙ өсөн! – тине. – Әгәр беҙҙең турала бер кемгә лә һөйләмәһәгеҙ, Раббы был ерҙе беҙгә биргәс, беҙ һеҙгә яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ менән түләрбеҙ, – тип яуапланы.
– Үҙегеҙҙе эҙәрләп киткән кешеләрҙе осратмаҫ өсөн, тауҙар яғына барығыҙ, – тине Рахав. – Улар өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы, өс көн буйы шунда йәшеренеп тороғоҙ ҙа, шунан үҙ юлығыҙҙа булығыҙ.
Улар ҡалала булған бөтә йән эйәһен харам ҡылды – ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе ҡылыстан үткәрҙе.