14 Ирҙәр иһә: – Беҙҙең йәнебеҙ һеҙҙең йәнегеҙ өсөн! – тине. – Әгәр беҙҙең турала бер кемгә лә һөйләмәһәгеҙ, Раббы был ерҙе беҙгә биргәс, беҙ һеҙгә яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ менән түләрбеҙ, – тип яуапланы.
Хәҙер инде миңә шуны әйтегеҙ: һеҙҙең хужама мәрхәмәт һәм тоғролоҡ күрһәтергә теләгегеҙ бармы-юҡмы? Мин дә үҙемә нимә эшләргә кәрәклеген беләйем.
Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –
Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ.
Шуға күрә Раббы һеҙгә Үҙенең мәрхәмәтен һәм тоғролоғон насип итһен. Был яҡшылығығыҙ өсөн мин дә һеҙгә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырмын.
Бер көндө Дауыт: – Шаул тоҡомонан берәйһе иҫән ҡалманымы икән? – тип һораны. – Йонаҫан хаҡына мин уға игелек ҡылыр инем.
Батша уның янынан үтеп барғанда, пәйғәмбәр былай тип ҡысҡырҙы: – Мин ҡолоң һуғышҡа барғайным. Бер кеше миңә әсиргә төшкән дошман яугирен килтерҙе лә: «Уны һаҡла. Әгәр ҡасып китһә, башың менән яуап бирәсәкһең, йәки бер талант көмөш түләйәсәкһең», – тине.
Яуызлыҡ ниәтләгән юлдан аҙашмаҫмы? Ә һөйөү һәм тоғролоҡ яҡшы ниәтлеләр менән булыр.
Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.
Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.
Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы: – Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе.
Шунан һуң Рахав уларға үҙ тәҙрәһенән бау буйлап төшөргә ярҙам итте, сөнки уның өйө ҡала диуарында урынлашҡайны.
Әммә һеҙ һаҡ булығыҙ, Раббыға бағышланып харам ҡылынған әйберҙәрҙең береһенә лә ҡул һонмағыҙ, уларҙы ала күрмәгеҙ. Юҡһа Исраил халҡының тупламына ҡарғыш төшөр һәм барыһын да бәлә-ҡазаға дусар итерһегеҙ.
Егеттәр барып Рахавты һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбен – атаһын, әсәһен, ағай-энеһен, туғандарын – алып сыҡтылар ҙа исраилдар тупламынан ситтәрәк бер ерҙә ҡалдырҙылар.
Шул осорҙа Йушағ ант итеп былай тине: «Йерихо ҡалаһын яңынан төҙөр кеше Раббы алдында ләғнәтле булһын. Оло улының йәне хаҡына Ҡаланың нигеҙен һалыр. Кинйә улының йәне хаҡына Ҡапҡа бағаналарын ҡуйыр!»
Ә һин ҡолоңа мәрхәмәт ҡыл, сөнки Раббы алдында минең менән вәғәҙәләштең. Ғәйебем бар икән, үҙең үлтер. Ниңә мине атайыңа алып барырға? – тине.