9 Шимғон улдарының биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарының өлөшөнән булды, сөнки Йәһүҙә нәҫелдәренең өлөшө улар өсөн кәрәгенән артығыраҡ ине. Шуға күрә Шимғон нәҫелдәре уларҙың ерҙәренән биләмәләр алды.
Әйҙә асыуҙары ҡәһәр алһын, Сөнки улар үтә рәхимһеҙ. Ҡарғыш төшһөн уларҙың рәхимһеҙ асыуына, Сөнки улар сикһеҙ-самаһыҙ! Мин уларҙы Яҡуп нәҫелендә бүлгесләрмен, Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!
ләкин үлсәгәндә, күберәк йыйғандың – артығы, аҙыраҡ йыйғандың кәме булманы: һәр кем ашап бөтөрлөгөн йыйғайны.
Йәһүҙә биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Рәүвән ерҙәре менән сиктәш булыр, – дип белдерә Раббы Хаким. –
Күберәк һанлыларға ҙурыраҡ өлөш бирелһен, әҙерәктәргә – бәләкәйерәк өлөш. Һәр ырыуға иҫәп алынғандар һанына ярашлы өлөш бүленһен.
Өсөнсө йәрәбә нәҫелдәренә күрә Зевулун улдарына төштө. Уларҙың биләмәләре Саридҡа тиклем һуҙыла.
шулай уҡ Бағалаҫ-Беерға, йәғни Негевтағы Рамаҫҡа тиклемге әлеге ҡалалар тирәһендәге бөтә ауылдар. Нәҫелдәренә күрә Шимғон ырыуының биләмә ерҙәре ана шулар.