49 Бөтә илде үҙ-ара бүлешеп бөткәндән һуң, исраилдар үҙ ерҙәренән Нун улы Йушағҡа өлөш сығарҙы.
Был – нәҫелдәренә күрә Дан ырыуының биләмәләре, ҡала-ауылдары.
Раббы ҡушыуына ярашлы, улар Йушағҡа үҙе һайлап алған ҡаланы – Әфраим таулығындағы Тимнаҫ-Сәрахты бирҙе. Йушағ был ҡаланы төҙөкләндереп, шунда йәшәй башланы.
Ул Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығында урынлашҡан биләмәһе Тимнаҫ-Хәрәстә ерләнде.