48 Был – нәҫелдәренә күрә Дан ырыуының биләмәләре, ҡала-ауылдары.
– Бына ырыуҙарҙың исемдәре. Илдең иң төньяғында Данға бер өлөш бирелер. Уның сиге Хеҫлон юлы буйлап Лево-Хамаҫҡа һәм артабан, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға тиклем көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылыр.
Ләкин Дан улдары үҙҙәренең биләмәләрен юғалтты. Шуға күрә улар Ләшәм ҡалаһына һөжүм итте, уны баҫып алды һәм кешеләрен ҡылыстан үткәрҙе. Был ҡала уларҙың биләмәһе булды. Улар был ҡалала йәшәй башланы һәм уға үҙҙәренең тәү бабаһы Дандың исеме буйынса Дан тигән атама бирҙе.
Бөтә илде үҙ-ара бүлешеп бөткәндән һуң, исраилдар үҙ ерҙәренән Нун улы Йушағҡа өлөш сығарҙы.