46 Ме-Ярҡон һәм Раҡҡон, шулай уҡ Яфо ҡаршыһындағы ерҙәр инә.
Ә үҙең әйткән бойҙай менән арпаны, зәйтүн майы менән шарапты, хакимым, ҡолдарыңа ебәрт.
Беҙ иһә Ливанда һиңә кәрәк тиклем ағас әҙерләп, һаллап, диңгеҙ юлы менән Яфоға ҡыуырбыҙ, һин уны артабан Йәрүсәлимгә алып ҡайтырһың».
Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.
Уларға барыһын да аңлатҡас, Яфоға ебәрҙе.
Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас») исемле бер шәкерт ҡатын бар ине.
Шәкерттәр Петрустың Луддала икәнен ишеткәс, Яфоға яҡын булғанлыҡтан, үҙҙәре янына тиҙерәк килеп етеүен үтенеп, ике кеше ебәрҙеләр.
Был хәл бөтә Яфо халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды.
Петрус байтаҡ көндәр Яфола Шимғон исемле күн оҫтаһының өйөндә йәшәне.
Йеһуд, Бене-Бераҡ, Ғаҫ-Риммон,
Ләкин Дан улдары үҙҙәренең биләмәләрен юғалтты. Шуға күрә улар Ләшәм ҡалаһына һөжүм итте, уны баҫып алды һәм кешеләрен ҡылыстан үткәрҙе. Был ҡала уларҙың биләмәһе булды. Улар был ҡалала йәшәй башланы һәм уға үҙҙәренең тәү бабаһы Дандың исеме буйынса Дан тигән атама бирҙе.