33 Уларҙың биләмә сиктәре Хелефтан һәм Сағананним имәненән башлана ла Адами-Нәҡәв менән Явнеил аша Лаҡҡумға барып етә һәм Иордан ярында тамамлана.
Алтынсы йәрәбә нәҫелдәре буйынса Нафтали ырыуына төштө.
Көнбайышҡа табан сик Азноҫ-Таворға, унан Хуҡоҡҡа табан китә. Көньяҡта уларҙың ер биләмәһе Зевулун ерҙәре менән, көнбайышта Ашер ерҙәре менән сикләшә, ә көнсығыштан Иордан менән сикләнә.
Шул осорҙа ҡыниҙарҙан – Мусаның ҡайныһы Ховавтың нәҫеленән – Хәвәр тигән кеше, ырыуҙаштарынан айырылып, сатырын Ҡәдәш эргәһендә, Сағананнимдағы ҙур имән төбөндә ҡорғайны.