21 Түбәндәге ҡалалар нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына ҡарай: Йерихо, Бейт-Хогла, Ғемәҡ-Ҡесис,
Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.
Ҡалған ырыуҙарға төшкән өлөш былай: Бинйәмин биләмәһе көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылыр.
Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Берәү Йәрүсәлимдән Йерихоға китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Юлбаҫарҙар уның кейемен систереп алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән.
Ғайса, Йерихоға инеп, уның аша үтеп бара ине.
Бейт-Хоглаға табан күтәрелә, Бейт-Ғараванан төньяҡҡараҡ үтеп, өҫкә, Рәүвән улыныҡы булған Боһан ҡаяһына менә.
Уның төньяҡ сиге Иордан буйынан башлана, төньяҡ битләүҙән Йерихоны уҙа ла көнбайышҡа, тауҙарға күтәрелә, Бейт-Ауен сүленә табан китә.
Бейт-Хогланың төньяҡ битләүенән бара һәм Тоҙло диңгеҙҙең төньяҡ осона, Иордан йылғаһы тамағына барып сыға. Был – көньяҡ сик.
Көнсығыш сиге – Иордан йылғаһы. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәрен уратып алған сиктәр ошо.
Бейт-Ғарава, Семараим, Бейт-Ил,
Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.
Раббы Йушағҡа былай тине: – Ҡара, Йерихоны, уның батшаһын һәм ҡеүәтле яугирҙәрен һинең ҡулыңа тапшырам.
Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде.