2 Менашше ырыуындағы башҡа нәҫелдәргә – Авиғәзәр, Хеләҡ, Асриил, Шәхәм, Хефәр һәм Шемидағ улдарына ла биләмә ерҙәре бүлеп бирелде. Былар – Йософ улы Менашшеның вариҫтары, уларҙан таралған нәҫелдәр.
Махирҙың ҡыҙ ҡәрҙәше Һаммоләхәҫ Ишһодты, Авиғәзәрҙе, Махланы табып бирә.
Йософтоң баш балаһы Менашше ырыуына ла йәрәбә буйынса ер бүленде. Менашшеның баш балаһы, Ғилғәдтең атаһы, ысын яугир Махирҙың нәҫелдәренә Ғилғәд һәм Башан ерҙәре эләкте.
Менашшеның улы Махирҙан тыуған Ғилғәдтең улы Хефәрҙән тыуған Селофхадтың улдары юҡ, ә ҡыҙҙары ғына бар ине. Уларҙың исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса ине.
Бер ваҡыт Раббы фәрештәһе Ғофрала Авиғәзәр нәҫеленән булған Йоаштың биләмәһендә үҫкән имән төбөнә килеп ултырҙы. Йоаштың улы Гидғон был мәлдә йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙа мидйәндәрҙән йәшереп бойҙай һуға ине.
Гидғон уларға: – Һеҙҙең эшегеҙ менән сағыштырғанда, минең эшем нимә генә ул? – тип ҡаршы төштө. – Әфраим йыйған ҡалдыҡ йөҙөм Авиғәзәрҙең бөтә йөҙөм уңышынан артығыраҡ түгелме?