15 Йушағ: – Әгәр һеҙ күп икәнһегеҙ һәм һеҙгә Әфраим тауҙары етерлек түгел икән, перизиҙәр һәм рефалар еренә барығыҙ ҙа, урманды төпләп, үҙегеҙгә ер таҙартып алығыҙ, – тип яуапланы.
Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәр йәшәй ине.
Ун дүртенсе йылда Кедорлағомер үҙенә ҡушылған батшалар менән Ғаштароҫ-Ҡарнаимда рефаларҙы, Һамда зуздарҙы, Шаве-Ҡиръяҫаимда эмдарҙы,
Яугирҙәр исраилдарға ҡаршы сыҡты һәм Әфраим урманында һуғыш башланды.
Пелештиҙәр Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.
Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.
Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.
Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.
Ә инде хужаһының ихтыярын белмәйенсә язаға лайыҡ эш ҡылған хеҙмәтсе аҙыраҡ туҡмалыр. Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер. Кемгә күберәк ышанып тапшырыла, унан күберәк һоралыр.
Йософ нәҫелдәре Йушағҡа: – Ниңә һин беҙгә биләмәгә бер генә өлөш ер, бер генә өлкә бирҙең? Беҙ бит Раббы фатихаһы менән ишәйгән күп һанлы халыҡ, – тине.
Йософ нәҫелдәре: – Беҙгә был тауҙар аҙ. Ә үҙәнлектә – Бейт-Шеанда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа, Изреғил үҙәнендә йәшәүсе ҡәнғәниҙәрҙең яу арбалары тимерҙән бит, – тине.
Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.