1 Йософтоң баш балаһы Менашше ырыуына ла йәрәбә буйынса ер бүленде. Менашшеның баш балаһы, Ғилғәдтең атаһы, ысын яугир Махирҙың нәҫелдәренә Ғилғәд һәм Башан ерҙәре эләкте.
Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине.
«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.
Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы.
Йософ атаһының уң ҡулын Әфраимдың башына һалғанын күрҙе лә, быны хушһынманы. Ул атаһының ҡулын Әфраимдан алып Менашшеның башына һалмаҡсы булды.
– Улай түгел, атай, – тине Йософ. – Бына баш бала, уң ҡулыңды уның башына һал.
уға бүләләрен – Әфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын алдына алырға насип булды.
Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.
Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була.
Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.
Менашше биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Нафтали ерҙәре менән сиктәш булыр.
Менашше улдары: Махирҙан Махир нәҫеле таралды, Ғилғәд Махирҙан тыуҙы. Ғилғәдтән – Ғилғәд нәҫеле.
Йософ улы Менашше нәҫеленән Менашше улы Махирҙан тыуған Ғилғәдтең улы Хефәрҙән донъяға килгән Селофхадтың ҡыҙҙарының исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса ине. Улар Муса менән Әлғазар ҡаһин, башлыҡтар һәм бөтә йәмғиәт йыйылған Осрашыу сатыры эргәһенә килеп баҫты ла былай тине:
Муса Ғад менән Рәүвән улдарына, Йософ улы Менашше ырыуының яртыһына ҡалалары, тирә-яҡ ерҙәре менән бергә әмөриҙәрҙең батшаһы Сихон батшалығын, Башандың Ғоғ батшалығын бирҙе.
Ул яратмаған ҡатынының улын баш бала итеп танырға һәм үҙенең мөлкәтенән икеләтә өлөштө уға бирергә тейеш. Сөнки был бала – уның ирлек ҡеүәтенең тәүге емеше, баш бала хоҡуғы – унда.
Менашше ырыуындағы башҡа нәҫелдәргә – Авиғәзәр, Хеләҡ, Асриил, Шәхәм, Хефәр һәм Шемидағ улдарына ла биләмә ерҙәре бүлеп бирелде. Былар – Йософ улы Менашшеның вариҫтары, уларҙан таралған нәҫелдәр.
Менашше ырыуының бер яртыһына Муса биләмә ерҙәрен Башандан, ә икенсе яртыһына Иордандың көнбайышынан, ҡалған исраилдар эргәһенән ер биргәйне. Фатиха биреп уларҙы ҡайтарып ебәргәндә, Йушағ
Әфраимдан Ғәмәлек еренә ереккәндәр килде, Һинең артыңдан, Бинйәмин, һинең халҡың араһында! Махир нәҫеленән килде ғәскәр башлыҡтары, Зевулундан – хакимлыҡ таяғын тотҡандар.