5 Әфраим ырыуына нәҫелдәренә күрә эләккән ер биләмәләре бына ошо: сик һыҙығы көнсығышта Ғатароҫ-Аддарҙан башлана һәм, Үрге Бейт-Хоронға етеп,
Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.
Уның Шәара исемле ҡыҙы ла була. Шәара Түбәнге һәм Үрге Бейт-Хорон, Уззен-Шәара ҡалаларын төҙөтә.
Улар биләгән ерҙәр һәм йәшәгән төбәктәр: Бейт-Ил менән уның эргәһендәге ауылдар, көнсығышта Нағаран, көнбайышта Гәзәр менән уның тирәһендәге ауылдар; Шәхәм менән уның эргәһендәге ауылдар, эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ғаййаға тиклемге ерҙәр.
Әфраим биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Менашше ерҙәре менән сиктәш булыр.
Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.
Бейт-Илдән – Лузға, артабан аркиҙар йәшәгән Ғатароҫҡа йүнәлә,
Артабан сик Лузға табан барып, Луздың, йәғни Бейт-Илдең көньяғынан битләүгә бара һәм Ғатароҫ-Аддарға, Түбәнге Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауға ҡарай төшә.