9 Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә.
Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды.
Дауыт менән барлыҡ исраилдар, кирубтар араһында тәхет ҡорған Раббы Алланың исемен йөрөткән һандыҡты алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына – Ҡыръяҫ-Еғаримға – юллана.
Бағала, Ғийим, Ғесәм,
Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала.
Көньяҡтағы сик Ҡыръяҫ-Еғарим эргәһенән башлана. Ул көнбайыштан Нәфтоах сығанағына табан һуҙыла.
Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны.
Улар Йәһүҙәләге Ҡыръяҫ-Еғаримда туплам булып торҙо. Шуның өсөн дә был ерҙе әле булһа Махане-Дан тип йөрөтәләр. Ул Ҡыръяҫ-Еғаримдан көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр.